Главная » 2019 » Апрель » 12 » Урман йәшел ҡалҡан
15:07
Урман йәшел ҡалҡан

   2013 йылдан башлап Халыҡ-ара урмандар көнө донъяның барлыҡ илдәрендә билдәләнә. Халыҡ-ара урмандар көнөн иғлан итеү айҡанлы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы барлыҡ дәүләттәргә был көнгә ҡарата урмандарҙы һаҡлау буйынса тейешле саралар үткәрергә тәҡдим итә. Улар иҫәбендә – ағас ултыртыу буйынса кампаниялар ойоштороу. Әлбиттә был датаны Беренсе Этҡол урта мәктәбенең «Йәш урмансылар» мәктәп урман хужалығы тәрбиәләнеүселәре шул килеш кенә үткәреп ебәрә алманы. 22 март көнө Ә. Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбенең «Ҡайынҡай» мәктәп лесничествоһының тәрбиәләнеүселәрен һәм  абруйлы ҡунаҡтар: Юлыҡ урман хужалығы лесничийы Йәноҙаҡ Хәбир улы Азаматов һәм Икенсе Этҡол урман хужалығының мастеры Яйыҡбаев Кәрим Әкрәм улын саҡырҙылар.

   Үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эшен яратып, намыҫ менән башҡарған урмансылар һоҡланыу тыуҙыра, сөнки Баймаҡ урман хужалығына ҡараған лесничестволарҙа тәбиғәт һағында тороусылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, алдарына ҡуйылған бурысты урынына еткереп үтәйҙәр.Уҡыусылар ҡунаҡтарҙың сығышынын һуң үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алдылар.

   Артабан «Йәш урмансылар» мәктәп лесничествоһының иң әүҙем ағзалары Заһир Рашев менән Иҫәнғолов Бөрйән үҙҙәренең эштәре менән таныштырып үттеләр. Барлыҡ башҡарылған эштәре, республика смотр – конкурсында актив ҡатнашҡан өсөн  Беренсе Этҡол урта мәктәбенең йәш урмансылары республиканың эколого-биологик үҙәктең сертификаты менән бүләкләнде. Етәкселәре: Юлыҡ урман хужалығының мастеры-Йосопов Ю.Ф., мәктәп лесничество етәксеһе-Азаматова Ә.Ә.

   Кисә Башҡортостан спутник телеканалындағы кеүек «Әлләсе» уйыны менән дауам итте. «Ҡайынҡай» һәм «Йәш урмансылар» командалары ҡатнашты.

  Артабан  уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән «Ҡәҙерләйек Ер-әсәне!» исемле тамаша күрһәтелде.

  Әлбиттә, кисәлә үҙ эштәренең оҫталары Байегетов Наип Әхметдин улының һәм Роза Сәлихйән ҡыҙының ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне. Сөнки улар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, уҡыусыларға теләктәрен еткерҙеләр.

Беренсе Этҡол урта мәктәбенең «Йәш урмансылар» урман хужалығының етәксеһе

Просмотров: 638 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА