Главная » 2024 » Июнь » 28 » «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы
09:18
«Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы

24-26 июнь Өфөлә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсы үтте. Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан эпосты яңғыҙ башҡарыусы 53 уҡыусы, 17 фольклор коллективы ҡатнашты. 

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Урал батыр эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Сәйғәфәр урта мәктәбе уҡыусыһы Солтанова Зөһрә (етәксеһе Солтанова Р.З.) I урын яуланы. «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре Баязит һәм Байрас Буранбаевтар (етәксеһе Буранбаева Ә.Р.) Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты призына лайыҡ булдылар. Сосновка башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Фәритова Дилбәр (етәксеһе Аллағыуатова Ю.Ш.) «Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн» дипломы менән бүләкләнде.
«Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Ҡолсора ауылы урта мәктәбенең ижади коллективы (етәксеһе Әбсәләмова А.Ф.) III урын яуланы.

Район данын яҡлап сығыш яһаған балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Просмотров: 49 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА