22:03 Телдәренә- ҡеүәт, рухтарына –көс! | |
Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыларының береһенә әүерелгән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы даими үткәрелеп килә. Ошо йылдар эсендә бихисап таланттар, йәш сәсәндәр буй етеп, халҡыбыҙ мираҫын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең район конкурсы 1-4 кластар өсөн Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә, ә 5-11 кластар өсөн мәғариф бүлегендә үтте. Конкурста ҡаланың 1-се, 2-се, 3-сө, 5-се мәктәптәренән, 4-се лицейҙан, Баймаҡ лицей-интернатынан, Темәс, Әхмәр, Урғаҙа, Сәйғәфәр, Ишмырҙа, Комсомол мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты. Конкурс талаптарына ярашлы бәйгеселәр йәш үҙенсәлектәренә ҡарап ике төркөмгә бүленде. Башланғыс класс уҡыусылары араһында Әхмәр төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Хәсәнова Зөбәржәт еңеүсе тип танылды. Ул эпостан 600-ҙән ашыу юлды башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ятлаған. Артабанғы урындарҙы Ибраһимова Рәзилә (Темәс мәктәбе), Баййегетова Нәйлә ( Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе), Иҫәнғолова Залина (Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе), Сафин Шамил (Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе), Мөхәмәтйәрова Гөлназ (Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе) бүлеште. 5-11 кластар өсөн конкурс ике турҙан торҙо. 1-се турҙа бәйгеселәр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләһә, 2-се турҙа 4 кешенән торған команда башҡорт халыҡ эпостарынан өҙөктө сәхнәләштерҙе. 1-се турҙа Темәс урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Шахморатова Рәзинә, эпосты 4000 юл ятлап, хаҡлы рәүештә еңеүсе исемен яуланы. Баймаҡ лицей- интернатынан Бикбулатова Эльза менән Сәйғәфәр мәктәбенән Солтанова Зөһрә призерҙар иҫәбенә инде. Эпосты тасуири һөйләгән бәйгеселәр “Йәш сәсән” номинацияһында билдәләнде. Конкурстың 2-се туры буйынса Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе командаһы еңеүсе булһа, Кәрешкә һәм ҡаланың 3-сө мәктәп командалары призлы урындарға эйә булды. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәп бәйгеселәре “Сағыу сығыш” номинацияһы, ә Ишмырҙа мәктәбе командаһы “Өмөт” номинацияһы еңеүселәре тип танылды. Шуныһы һөйөнөслө: бына бер нисә йыл инде Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, республика кимәлендә “Урал батыр” эпосы конкурсында еңеүсе әҙерләүсе Вәлишина Яңылбикә Рәүил ҡыҙы бәйгеселәргә үҙенең махсус призын тапшыра. Быйыл да ул юғары кластарға, үҙ ҡулдары менән аҡсалата премия тапшырып, йәш сәсәндәрҙе һөйөндөрҙө. Был конкурсҡа бәҫ өҫтәгән һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы "Урал батыр” ҡобайырын һаҡлауға, уны үҫтереүгә күп көс һалған Яңылбикә Рәүил ҡыҙына мәғариф бүлеге исеменән рәхмәт белдерелде. Халҡыбыҙҙың мәңгелек хазинаһы булған «Урал батыр» эпосын данлаусылар ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәтебеҙҙе, «Урал батыр» эпосын һаҡлаусы һәм өйрәнеүсе уҡыусыларға афарин тип кенә әйтке килә. | |
Просмотров: 243 | |