Главная » 2019 » Март » 21 » Ниғәмәт мәктәбендә музыка уҡытыусыларының семинары үтте
15:12
Ниғәмәт мәктәбендә музыка уҡытыусыларының семинары үтте

  21 март  Ниғәмәт урта мәктәбендә музыка уҡытыусылары өсөн семинар ойошторолдо. Был мәктәптә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусыларының  музыкаль  үҫешендә күсәгилешлек күҙәтелә,  эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Музыка уҡытыусыһы Рәил Сәфәрғәле  улы Хәсәновтың хеҙмәтенең емеше ул. Семинарҙа  «Ҡаһым түрәнең музыкаль портреты» темаһына үткәрелгән асыҡ дәрестә уңышлы эш алымдары, бай материалға нигеҙләнгән мәғлүмәт, музыкаль инструменттарҙы ҡулланып, халыҡ йырын оҫта башҡарыуҙы күрҙеләр. Коллегалары Хәсәнов Р.С. дәресенә юғары баһа ҡуйҙылар. Шулай уҡ мәктәпкәсә төркөмдә эш, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында  Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Яратам, hине, Башkортостан!» сараһы ла юғары кимәлдә үтте.

   Ниғәмәт мәктәбендә «Моңло ҡурай» түңәрәге етәксеһе Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәле улының «Халыҡ ижадына нигеҙләнеп, балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү» темаһына сығышы бик фәһемле, рухлы булды. РМО етәксеһе Аблаева Г.Ә. музыкаль-ритмик күнегеүҙәр ҡулланыу , 2-се Этҡол урта мәктәбенең уҡытыусыһы Ишйәров А.М. балалар йырҙарын өйрәтеү тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар.

  Мәғариф бүлеге методисы Ямантаева Г.С., семинарҙы йомғаҡлап, Ниғәмәт урта мәктәбе администрацияһына, коллективына ойошҡанлы эш өсөн рәхмәт белдерҙе, эш тәжрибәһен таратыу кәрәклеген белдерҙе.

Просмотров: 492 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА