Главная » 2019 » Март » 11 » Килешеү төҙөлдө
15:25
Килешеү төҙөлдө

   6 март көнө Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә Урал аръяғының ЮНЕСКО мәктәптәре һәм дуҫтары Клубы ағзалары түңәрәк өҫтәл  артында йыйылды. Йылайыр районы мәғариф бүлеге делегацияһы (мәғариф бүлеге начальнигы – Айтҡолова Г.Х.), Баймаҡ районы мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х., ЮНЕСКО дуҫтары клубы ағзалары булған Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы, лицей-интернат, Ниғәмәт, Темәс мәктәптәре етәкселәре ҡатнашты.

   Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙәрҙә ике яҡлы тәжрибәне республика, ил һәм донъя кимәленә сығарыу, төрлө илдәр менән бәйләнештә берҙәм маҡсаттар ҡуйып эшләү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Йылайыр районының ЮНЕСКО эштәре буйынса муниципаль координаторы Л.М.Фәтҡуллинаның сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.  Ике район вәкилдәренең дә мәғариф өлкәһендә уртаҡлашыр тәжрибәһе байтаҡ ине. 2-се һанлы мәктәп уҡыусыларының төрлө телдәрҙә матур итеп йырлауы һоҡландырһа, йылайырҙарҙың матбуғат биттәрендә, телевидениела сағылыш тапҡан эш һөҙөмтәләре һоҡландырҙы. Күрше генә йәшәгән ике район вәкилдәре, киләсәккә аныҡ пландар ҡороп, артабан тығыҙ бәйләнештә булыу тураһында һүҙ алып барҙы. Дөйөм маҡсаттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотоп, мәғариф өлкәһендә район-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы һәм Йылайырҙың Н.Р.Иреков исемендәге ЮНЕСКО мәктәптәренең директорҙары Иҫәнбаев Р.Ф. һәм Щипакин А.А. хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Фотолар

Просмотров: 415 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА