Главная » 2020 » Март » 19 » «Йыл уҡытыусыһы – 2020» республика конкурсы лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы
14:43
«Йыл уҡытыусыһы – 2020» республика конкурсы лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы

 Өфө ҡалаһында үткән профессиональ конкурстан «Йыл уҡытыусыһы – 2020» республика конкурсы лауреаты» исеменә лайыҡ булған Г.М.Фәйзуллина (Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы мәктәбе) һәм А.В.Садыҡова (Өмөтбай мәктәбе), «Педагогик өмөт» номинацияһында еңеү яулаған Р.А.Пинашина (Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы) менән ҡаланың 2-се һанлы мәктәбендә осрашыу кисәһе үткәрелде.

 Был сарала Баймаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин ҡатнашты һәм ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙы, Өфөлә конкурс ваҡытында уларҙың яндарында булған коллегаларын ихлас тәбрикләне.

Уҡытыусылар мәртәбәле конкурстан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Районыбыҙ намыҫын яҡлап, яңы үрҙәр яулап ҡайтҡан уҡытыусыларыбыҙ хөрмәтенә матур сара ойошторғаны өсөн Баймаҡ ҡалаһының  2-се һанлы мәктәбе администрацияһына рәхмәтлебеҙ.

 

Просмотров: 448 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА