08:18 Йәш сәсәндәр көс һынашты | |
Районыбыҙҙа бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһе күркәм йолаға әйләнде. 28 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһының 1- се мәктәбендә ойошторолған сара уҡыусыларҙың матур сығыштары, сәләмләүҙәре менән башланып китте. ”Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе республика положениеһына ярашлы ойошторолдо. Ул ике турҙа үтте. Беренсе тур – иң мөһим һәм төп турҙарҙың береһе тип һанала. Жюри ҡатнашыусыларҙы йәш үҙенсәлекәренә ҡарап, ике төркөмгә бүлде һәм уларҙың күпме юл ятлауына, тасуири һөйләүенә, тауыш көрлөгөнә, музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығына ҡарап баһаланы. Был турҙа тәүге категориянан 1- се урынды Темәс мәктәбенең 4а класы уҡыусыһы Ибраһимова Разалия (етәксеһе Ишбулатова С.Ш) яулаһа, 2-се урынға Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенең 4а класы уҡыусыһы Баййегетова Нәйлә (етәксеһе Мырҙағәлина Д.Ғ. ) лайыҡ булды. Ә ҡаланың 1-се мәктәбенең 3а класы уҡыусыһы Ҡолбулдин Арсен (етәксеһе Атанбаева В.М.) “Йәш сәсән”номинацияһын һәм ошо уҡ мәктәптең 3б класынан Иҫәньюлова Залина (етәксеһе Ризуанова Г.Ф.) “Эпосты пропагандалаусы” номинацияһын яуланылар. II категория буйынса 1-се урынға Сәйғәфәр мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Солтанова Зөһрә (етәксеһе Ғәлина Н.Б. ) лайыҡ булһа, Әбделкәрим мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Юлаева Гөлшатҡа (етәксеһе Мостаева В.А) “Йәш ҡобайырсы” номинацияһы бирелде. Бәйгенең II турында йәш сәсәндәр башҡорт халыҡ эпостарынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Талаптар буйынса, командалағы 4 уҡыусы 7 минут эсендә һайлап алған өҙөктөң йөкмәткеһен асырға, сағыулығына, костюмдарға иғтибар итергә, башҡарыу оҫталығын күрһәтергә, сәхнәнең биҙәлешен дә иҫәпкә алырға тейеш ине. Жюри ағзалары тарафынан 1-се урын Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы командаһына, 2-се урын – Ниғәмәт мәктәбе һәм 3 –сө урын ҡаланың 3-сө мәктәбе командаларына бирелде. Бәйгенең еңеүселәре республика бәйгеһендә ҡатнашып, районыбыҙ намыҫын яҡлаясаҡтар. Мәғариф бүлеге методисы Айгөл Әнүәр ҡыҙы Сирбаева еңеүселәрҙе ҡотлап, улар өсөн йәйге каникул осоронда Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия ойоштороласағы тураһында әйтте. Шулай итеп, бөгөнгө бәйге тамам. Киләһе йылдарҙа сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар һаны тағы ла артһын, бәрәкәтле Баймаҡ ерендә, Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр төйәгендә йәшәүебеҙгә ғорурланып, эпосты үҙебеҙ өйрәнеп һәм киләсәк быуынға ла өйрәтеүҙе маҡсат итеп алһаҡ ине. | |
Просмотров: 242 | |