09:24 «Йәйләү» программаһы үҙ эшен башланы | |
Быйылғы йылда «Граф күле» балалар һауыҡтырыу үҙәгенең 1-се сменаһы «Йәйләү» программаһы нигеҙендә үтә. Программаның төп маҡсаты – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу. 15-се июнь "Йәйләү" ҙе асыу тантанаһы үтте. Һәр ырыү үҙенең атрибуттарын әйтте һәм дөйөм “Йәйләү”гимнын башҡарҙы. Ырыу башлыҡтары байраҡ күтәрҙе. Сменаны асыу тантанаһында мәғәриф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллин, aғинәйҙәр ҡоро ағзаһы Ғәлиә Әҙеһәм ҡыҙы Фәхретдинова, Ҡоролтай ағзаһы Яңылбикә Баҡый ҡыҙы Мөхәмәтйәнова һәм “Йәйләү” программаһының авторы Мәрйәм Сәбирйән ҡыҙы Бураҡаева ҡатнашты. Кисә “Йәйләү”ҙе асыу тантанаһы өсөн махсус әҙерләнгән «Гөлнәзирә» бейеүе менән тамамланды. | |
Просмотров: 579 | |