Главная » 2016 » Ноябрь » 18 » Өфө – Баймаҡ дуҫлығы
10:29
Өфө – Баймаҡ дуҫлығы

      10-11 ноябрь Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы саҡырыуы буйынса Баймаҡ районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Әдиф улы етәкләгән 16 кешенән торған делегация Өфө ҡалаһында булып ҡайтты. Делегация составында мәғариф бүлеге методистары, башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары, Иҫке Сибай, Темәс, Урғаҙа мәктәп директорҙары, балалар ижады үҙәге директоры, Баймаҡ “Миләш” балалар баҡсаһы музыка етәксеһе булды. Белем биреүҙә эш алымдары менән уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолдо был сәфәр.

      Баймаҡ делегацияһын Өфөлә иң беренсе булып ″Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы" ҡаршы алды. Был уҡыу йорто 2006 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостан Президенты һәм Республика Хөкүмәте ҡарары менән “Мәғариф” милли прокты сиктәрендә асылған. Гимназия директоры- Әзмәҙиева Гөлназ Ғәфир ҡыҙы. Әлеге ваҡытта гимназияла 1050 бала уҡый, 64 уҡытыусы эшләй.  Гимназияла бер нисә тәжрибә майҙансыҡтары булдырылған. Айырым фәндәр буйынса түләүһеҙ махсус курстар ойошторолған һәм түләүле өҫтәлмә белем биреү алып барыла. Гимназия М.Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДМУ, БДУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ кеүек юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡыу йортонда Мостай Кәримдең музей-кабинеты, Хәрби дан музейы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте музей-кабинеттары, 450 урынлыҡ тамаша залы, тренажер залы, 2 спорт залы, ритмика залы, хор залы, 2 компьютер кабинеты, социаль-педагог кабинеттары эшләп килә. Шулай уҡ “Айгөл иле” ижади кабинетын әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Бында уҡыусылар ижади  эш менән шөғөлләнәләр, һүрәт төшөрөү, пластилиндан төрлө макет, һүрәттәр эшләү оҫталыҡтарына өйрәнәләр. Гимназияла Н.Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе филиалы, спорт мәктәптәре филиалдары, төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр, спорт секциялары эшләй. Был уҡыу йортонда профилле уҡытыу 3 йүнәлештә алып барыла: физика - математика, социаль – гуманитар, химия – биология. Ғөмүмән әйткәндә, гимназия - уҡытыусыларҙың юғары профессиональ кимәле, сығарылыш уҡыусыларының яҡшы әҙерлеге менән айырылып торған, заманса йыһазландырылған кабинеттары, өр-яңы хисаплау техникаһы һәм лабораториялары булған алдынғы уҡыу йорто.

      Артабан Баймаҡ делегацияһы БР “Глобус балалар ижады үҙәге” нә юлланды. Балаларға өҫтәлмә биреү учреждениеһында беҙҙе Ғәлимов Раушан Раян улы ҡаршы алды. Был үҙәктә 2634 бала шөғөлләнә, 4 йүнәлештә эш алып барыла, 2 инновацион майҙансыҡ, программа инженерияһы лабораторияһы эшләй.

       Артабанғы сәйәхәтебеҙ “Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136–сы башҡорт лицейы” на булды. Бында беҙҙе йыр-бейеү менән ихлас ҡаршы алдылар.     Лицейҙың яңы инновацион технологиялары булған кабинеттары  менән таныштырып үттеләр, төрлө ҡыҙыҡлы дәрестәр күрһәттеләр. Был уҡыу йортонда ижади эшмәкәрлек яҡшы йәйелдерелгән, лицей уҡыусылары спорт яғынан да һынатмайҙар.

      Иртәгәһе көндө “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһына сәйәхәт ойошторҙо өфөлөләр. Был балалар баҡсаһы 1989 йылдан алып эшләй, уны Зилә Марат ҡыҙы  етәкләй. “Аҡбуҙат”та 12 төркөм эшләй. Балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү маҡсатында, түләүле түңәрәктәр булдырылған. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре - ҡала һәм республика күләмендә үткәрелгән сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары һәм призерҙары.

     Өфө ҡалаһының “102–се башҡорт гимназияһы” ла баймаҡтарҙы ихлас сәләмләне. Гимназия алдынғы инновацион технологиялары менән таң ҡалдырҙы. Уҡыу йортона ингәс тә уҡыусыларҙың ингән һәм сыҡҡан ваҡытын бармаҡ эҙенән билдәләүсе прибор, электрон дәрестәр теҙмәһе, интерактив уҡытыусы, башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта ярҙамында эш алып барылыу, көрәш, теннис кеүек спорт төрҙәре, бейеү студияһы булыуы, уҡыусыларҙың роботтар моделләүе – барыһы ла гимназияның алдынғылар рәтендә тороуын һөйләй.

      Артабан ошо уҡ гимназияла “Этномәҙәни белем биреү: Башҡортостан республикаһының Өфө ҡалаһы һәм Баймаҡ районы эш тәжрибәһе” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Белгестәр уҡытыуҙа үҙенсәлекле алымдар, яңы проекттарҙың һөҙөмтәләрен тикшерҙе. Баймаҡ районы делегацияһы исеменән Г.К. Сирғәлина, И.Ә. Зәйнуллин, Н.Ф. Рәхмәтулина, Н.Ғ. Мортазина бик сағыу һәм фәһемле сығыштар менән тәжрибә уртаҡлашты.

       Көн аҙағында  балаларға өҫтәмә белем биреү “В.М. Комаров исемендәге Өфө ҡалаһы балалар ижады үҙәге" шөғөлләнеүселәре концерт күрһәтте. Ошонда уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, “ Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәк" өҫтәмә белем биреү учреждениеһы белгестәре менән осрашыу булып үтте.

       Йомғаҡлап әйткәндә, төбәк уҡытыусылары, методистар, баш ҡала мәктәптәрендә, “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһында, балалар ижады үҙәктәрендә булып , уҡытыу-тәжрибә эшендә инновация алымдары менән танышты һәм үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашып, Өфө – Баймаҡ дуҫлығының  ″тәжрибә күпере” нығытты. 

Фотолар

Просмотров: 883 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА