14:49 Еңеү яулап ҡайтты Темәстәр | |
«Туған тел, ҡайһы даирәлә ҡулланылыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иң ҡәҙерле хазинаһы булып ҡала», - тип билдәләй Ж.Кейекбаев. Беҙҙең республикала туған телдәрҙе өйрәнеүгә, балаларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатҡа ярашлы ноябрь айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында "7-се Кейекбаев уҡыуҙары” уҙғарылды. Был сара халыҡ-ара туған тел, яҙма әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көнөнә, билдәле телсе-ғалим Ж.Кейекбаевтың ижади хеҙмәтен өйрәнеүгә арналған ине. Конкурс ике этаптан тороп, тәүге этабына ғилми эштәрҙең тезистары ебәрелһә, икенсе этапҡа сығыш яһау өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһына 150 конкурсант саҡырылды. Шулар араһында Темәс мәктәбенең 6 уҡыусыһының эше лә ошондай иғтибарға лайыҡ булды. Беҙҙең уҡыусылар төрлө секциялар составында эшләнеләр. 11-се класс уҡыусылары: Әминева Зөлфиә «Исемең есемеңә тура киләме?»(етәксеһе Мусина Т.Ә.), Йосопова Инзилә «Телдәрҙе өйрәнеүҙең бала үҫешенә йоғонтоһо» (етәксеһе Яҡупова Г.Ф.), Мусин Ринат һәм Байбурина Зарина «Тарихҡа бай тыуған төйәгем»(етәксеһе Мусина Т.Ә.), Федоров Борис «Минең ғаиләмдең тарихы»(етәксеһе Һиҙиәтуллина Р.Р.), 7-се класс уҡыусыһы Мусин Ильяс «Ж.Кейекбаевтын балалар өсөн әҫәрҙәренең тел-стиль үҙенсәлектәре»(етәксеһе Яҡупова Г.Ф.) исемле эштәрен тәҡдим итте. Конференцияның йомғаҡлау өлөшөндә еңеүселәргә дипломдар тапшырылды. Темәс уҡыусылары ла бик күп уңыштарға өлгәште. 7-се класс уҡыусыһы Мусин Ильяс 2-се дәрәжә(етәксеһе Яҡупова Г.Ф.), 11-се класс уҡыусылары Әминева Зөлфиә 3-сө дәрәжә (етәксеһе Мусина Т.Ә.), Федоров Борис 3-сө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булдылар. Шулай уҡ, 11-се класс уҡыусылары Байбурина Заринаға, Мусин Ринатҡа (етәксеһе Мусина Т.А.), Йосопова Инзиләгә (етәксеһе Яҡупова Г.Ф.) махсус сертификат тапшырылды. Ҡайтышлай уҡыусылар Зәйнәп Биишева музейында булып, белемдәрен тағы ла байытып, иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Мөхәмәтйәнова Я.Б., мәғариф бүлеге методисы Просмотреть фотографии поездки | |
Просмотров: 932 | |