Каникулдың тәүге айы йылы көндәре менән һөйөндөрмәһә лә, тырышып уҡыуҙарҙың, йәмле кистәрҙә дәрес әҙерләүҙәрҙең артта ҡалыуына ниндәй уҡыусы ҡыуанмаһын инде! Тәбиғәттең насар көнө булмай, тиҙәр бит. Иң мөһиме – рәхәтләнеп ял итерлек булһын! Өләсәйгә ҡунаҡҡа барыуҙан тыш иң күңелле ялды лагерҙар тәьмин итә.
1 июндән 23 мәғариф учреждениеһы янындағы көндөҙгө лагерҙа 1 – 9 кластарҙан 1940 аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләлә үҫкән уҡыусылар ял итеп кенә ҡалмай, ижади эшмәкәрлектәрен дә үҫтерәсәк. Быға быйыл тәүге тапҡыр көндөҙгө лагерҙарҙың башҡорт әҙибәһе, йәмәғәт эшмәкәре, талантлы педагог Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” исемле авторлыҡ программаһы буйынса эшләүе лә ныҡлы булышлыҡ итә. Программаның йөкмәткеһе илһөйәрлек тәрбиәләүгә, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Ял итеү осоронда гүзәл тәбиғәтебеҙгә сәйәхәт, походтарҙа балалар уның тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнәсәк, билдәле яҙыусылар, ғалимдар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә.
Ҡала ситендәге “Граф күле” һәм “Орленок” лагерҙарында быйыл 770 бала һаулығын нығытасаҡ. Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында видеокүҙәтеү саралары ҡуйылды, объекттар һаҡ аҫтына алынды. Барыһында ла санитар нормалар теүәл үтәлә, янғын хәүефһеҙлеге ныҡлы контролгә алынған. быйыл йыл әйләнәһенә балаларҙы ял иттереү һәм сәләмәтләндереү өсөн республика бюджетынан 13 129 700 һум аҡса бүленгән. Был суммаға райондан 7277 бала һаулығын нығыта аласаҡ. “Орленок”та өс сменала 600, ә “Граф күле” лагерында шулай уҡ өс сменала 85 баланы ял иттереү күҙ уңында тотола. Бында ла икенсе заезд “Йәйләү” программаһы буйынса эшләйәсәк. Ике лагерь базаһында 65 етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың һаулығын нығытыу планлаштырыла, бының өсөн республика бюджетынан 1 066 700 һум аҡса бүленгән.
Балаларҙың йәйге ялын йыл һайын балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ойошторған профилле лагерҙар тулыландыра. Быйыл төрлө йүнәлештәге 9 профилле лагерь ойоштороу күҙаллана. Мәҫәлән, спорт-һауыҡтырыу, тыуған яҡты өйрәнеү, мәҙәни-лингвистик, һәләтле балалар, Бөтә Рәсәй һәм рекспублика конкурстары еңеүселәре өсөн “Ҡурай тажы”, йәш экологтар өсөн “Йәшел планета”, “Йондоҙло экипаж” һ.б. Балалар ижады үҙәгенең шахмат клубы, йәш техниктар станцияһының техник сменаһы, “Чемпион”, “Спартансы” спорт заездары йәй буйына эшен дауам итә. Бәлиғ булмағандар комитетында иҫәптә торған 20 үҫмер өсөн “Йәш спецназсы” профилле сменаһы ойоштороласаҡ. “Йәй-2017” программаһы сиктәрендә районыбыҙ уҡыусылары Сибайҙа “Ирәндек моңдары”, Өфөлә “XXI быуат лидеры” республика конкурстарында ҡатнашасаҡ.
Балаларҙың йәйге ялы мәктәп менән генә сикләнмәй. Мәғариф системаһы алдында өлкән класс уҡыусыларын хеҙмәткә ылыҡтырыу бурысы ла тора. Мәктәп янындағы хеҙмәт берекмәләре килешеү нигеҙендә үҫмерҙәрҙе эш менән тәьмин итә. Бының өсөн муниципаль бюджеттан 200 мең һум бүленгән. Район мәктәптәрендә 17 хеҙмәт берекмәһе эшләйәсәк. Бынан тыш 14 – 18 йәшлек 165 үҫмерҙе уҡыуҙан буш ваҡытта ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу ҡаралған. Беренсенән, был күренеш бәлиғ булмағандар араһындағы енәйәтте кәметеүгә булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан, улар өсөн был аҡса эшләү мөмкинлеге лә. Ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу Мәшғүллек үҙәге һәм эш биреүсенең килешеүе нигеҙендә ойошторола.
Шулай итеп, быйыл районыбыҙ уҡыусыларын ҡыҙыу йәй көтә!
|