12:12 «Баймаҡ – йәш таланттарға бай яҡ» исемле әҙәби ижад конкурсы үтте | |
Баймаҡ халҡы районыбыҙҙа тыуып-үҫкән оло шәхестәр менән сикһеҙ ғорурлана. 21 май көнө ҡаланың 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 5-8-се класс уҡыусылары араһында Театр йылы айҡанлы ойошторолған «Баймаҡ – йәш таланттарға бай яҡ» исемле әҙәби ижад конкурсы ла яҡташ яҙыусы, драматургтар ижадына арналғайны. Район һәм ҡаланың белем биреү учреждениеларынан килгән фольклор төркөмдәре Н.Ғәйетбаев, Т.Ғарипова, Х.Ғәбитов, А.Баһуманов кеүек билдәле тел оҫталарының әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән өҙөктәр менән сығыш яһаны. Беренсе урынды – Муллаҡай ауылы мәктәбе фольклор төркөмө (етәксеһе – Ишемова Р.М.), икенсе урынды – Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейы (Сәйетҡолова Г.Һ.), өсөнсө урынды – Баймаҡ ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбе уҡыусылар төркөмө (Рәхимова З.Р.) яуланы. Сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоп, тамашасы һөйөүен яулай алған Ҡолсора (Әбсәләмова А.Ф.), Әбделкәрим (Мостаева В.А.) мәктәбе уҡыусылары төрлө номинацияларҙа еңеүгә өлгәште. Урғаҙа ауылы мәктәбе уҡыусылары ла (Хисаметдинова Г.З.) үҙҙәренең һәләтен күрһәтә алды. Конкурста ҡатнашыусы фольклор төркөмдәре һәм айырым уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәр – яҡташ яҙыусыларҙың китаптары менән бүләкләнде. Йәш таланттарҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, киләсәктә лә сәнғәт, ижад өлкәһендә яңы уңыштар, ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ.
| |
Просмотров: 416 | |