Главная » 2017 » Май » 5 » “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”
06:53
“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”

   Башҡорт телен, грамоталылыҡты үҫтереү маҡсатында республикала өсөнсө йыл рәттән “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында башҡорт телендә региональ диктант яҙыуҙы Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт тел ғилеме һәм этно-мәҙәни белем биреү кафедраһы ойоштора.

    Быйыл да райондың Аҡморон, Билал, Ҡуянтау, ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары Сибай институтында, мәктәптәрҙә һәм онлайн режимда региональ диктант яҙҙы, үҙ көстәрен һынаны.

   Сибай институтында тексты Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, театр һәм кино артисы, "Каруанһарай" фольклор-эстрада группаһы солисы һәм ҡурайсыһы, "Рәсәй 1-Башҡортостан" телеканалы алып барыусыһы Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов уҡыһа, мәктәптәрҙә – башҡорт теле уҡытыусылары тарафынан уҡылды һәм яҙҙырылды.

   Иң әүҙемдәргә сертификаттар һәм  Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Просмотров: 915 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА