Главная » 2019 » Январь » 9 » Ҡышҡы каникулдар "Граф күле" турбазаһында
07:01
Ҡышҡы каникулдар "Граф күле" турбазаһында

   "Граф күле" турбазаһы балаларҙы һауыҡтырыу һәм уларҙың ялын ойоштороу буйынса төбәктә иң яҡшы коллективтарҙан һанала. Быйылғы йәйге миҙгелде лә ул ойошҡанлы атҡарып сыҡты, барлығы 255-тән ашыу бала ял итте. Айырыуса Мәрйәм Бураҡаеваның программаһы буйынса ойошторолған "Йәйләү" лагеры бар өмөттәрҙе аҡланы. Быйыл ошо турбазала "Йәшә, ҡурай!" исемле Ҡурай байрамы ойошторолдо, ул майҙанға 100 йәш ҡурайсыны йыйып, барыһын да таң ҡалдырҙы.
   Ҡыш етеү менән турбаза ысын мәғәнәһендә мөғжизәле боҙ ҡаласығына әүерелә. Быйыл да шулай. Коллективтың көсө менән бында таҡта материалынан Граф күлендә ҙур һырғалаҡ эшләнгән, боҙҙан яһалған һындар, биҙәлгән шыршы урын алған. Конькиҙа шыуыу өсөн каток әҙерләнгән, прокатка тюбинг, коньки, саңғылар бирелә. 1 ғинуарҙан балаларҙы тройкалар ҡыуандырасаҡ. Кисен балҡып янған төрлө төҫтәге уттар сихри тамаша тыуҙыра. Ысын әкиәт ҡаласығымы ни?!
    Турбазала ашхана эшләй, ғаилә менән ял итеү өсөн бөтөн уңайлыҡтары булған коттедждар һәм йорттар бар, мунса инергә була. Бильярд уйнарға ла мөмкин. Яңы йыл ялдарын, балалар каникулын мөғжизәле итеп үткәрергә теләһәгеҙ, “Граф күле” турбазаһына килегеҙ!

Просмотров: 423 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА