Главная » 2023 » Август » 24 » «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр Республика конкурсы
13:12
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр Республика конкурсы

16-18 августа Бөрйән районында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 25-се төбәк –ара конкурсы булып үтте.

  Конкурстың һуңғы этабында эпосты яңғыҙ башҡарыусы 51 бала, эпостан өҙөктәрҙе сәхнәләштереүсе 22 фольклор коллективы ҡатнашып, сәсәнлектә, маһирлыҡта, актерлыҡ оҫталығында үҙ көсөн һынап ҡараны. Данлыҡлы Бөрйән ерендә Башҡортостан Республикаһы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре мәктәптәре уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, колледж студенттары осрашты, конкурста ҡатнашып, үҙ-ара аралашып, рухи көс алды, илһамланды.
  18 август көнө “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы-музейында үткән конкурсты ябыу тантанаһында 25-се төбәк-ара конкурстың еңеүселәре аталды. Баймаҡ районы конкурста һынатманы: «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе Әминова Әҙилә (етәксеһе Байымова Г.А.) III урынға, Темәс мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Ибраһимова Разалия (етәкселәре Ибраһимова Р.Р., Ишбулатова С.Ш.) «Урал батыр» эпосын төрөк теленә тәржемә итеүсе ғалим Ибраһимов Ғ. исемендәге махсус премияға лайыҡ булдылар.
    «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре Баязит һәм Байрас Буранбаевтар (етәксеһе Буранбаева Ә.Р.), Иҫке Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Мөхәмәтшин Ибраһим (етәксеһе Хөсәйенова Р.Ғ.), Баймаҡ 5-се мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Байегетов Нияз (етәксеһе Мырҙағәлина Д.Ғ.), Сосновка мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Фәритова Дилбәр (етәксеһе Аллағуватова Ю.Ш.) «Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында еңеүсе булып табылды.
  “Урал батыр” эпосы һәм башҡа башҡорт халыҡ эпостарынан өҙөктәрҙе сәхнәләштереүсе командалар араһында Баймаҡ лицей-интернаты ижади коллективы (етәксеһе Ишҡыуатов С.З.) конкурста лайыҡлы сығыш яһаны. Ҡатил батша ролен оҫта башҡарыуы өсөн Шәрипов Йәнгилгә  махсус бүләк тапшырылды.

  Район данын яҡлап сығыш яһаған балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Просмотров: 198 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА