Главная » 2021 » Август » 12 » “Урал батыр” еңеүселәре
14:38
“Урал батыр” еңеүселәре

   “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләй белгән уҡыусыларыбыҙ – бына кемдәр милләтебеҙ рухын, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр быуын.

   “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIII республика конкурсында беҙҙең район уҡыусылары  ҙур уңыштарға өлгәште. Әхмәр  мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Хәсәнова Зөбәржәт ( етәксеһе Юлбахтина Р.Ш.)  эпосты 1100 юл ,  ә Темәс мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Шахморатова Рәзинә ( етәксеһе Шахморатова З.Ә.) «Урал батыр» эпосын тулыһынса ятлап, хаҡлы рәүештә икәүһе лә  I урынға лайыҡ булдылар.

   Эпосты сәхнәләштереү буйынса фольклор төркөмдәре араһында Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары ( етәкселәре Азаматова М. Р. , Ғәлиуллина С.С.)  II урын яуланылар.

   Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, ҙур еңәүҙәр теләйек!

Просмотров: 211 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА