Главная » 2018 » Ноябрь » 26 » Туған телебеҙгә арналды
07:37
Туған телебеҙгә арналды

   23 ноябрь көнө мәғариф бүлегенең тамаша залында “Балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙә туған телдең һәм халыҡ традицияларының роле” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

   Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова алып барҙы. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ата-әсәләр алдында Баймаҡ районында туған (башҡорт) телендә уҡытыуҙың һәм уны предмет булараҡ өйрәнеүҙең торошо тураһында – Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Зәйнуллин Илдус Әдиф улы,  республикалағы ата-әсәләр комиссияһы, уның маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында – республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Атанова Айгөл Әнүәр ҡыҙы, “Халыҡты – халыҡ, кешене кеше итеп тороусы төп факторҙар” темаһына – Башҡорт дәүләт университеты философия һәм социология факультеты социаль эштәр кафедраһы профессоры Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы, “Баланы интеллектуаль яҡтан үҫтереүҙә һәм уның тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрен асыуҙа туған телдең роле” темаһына Өфө ҡалаһының 13-сө мәктәбе психологы Байрамғолова Әлфиә Сәғит ҡыҙы сығыш яһаны.

  Баймаҡ районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ишембәтов Ришат Вәкил улы йыйын эшен йомғаҡланы, һәм республика ата-әсәләр комиссияһының район ячейкаһы төҙөлдө, уның рәйесе һайланды.

Просмотров: 539 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА