Главная » 2022 » Октябрь » 18 » Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференция
14:16
Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференция

  2022 йылдың 17 октябрендә Күсей мәктәбендә башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙо, прозаик, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы.

   Конференция эшендә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты, филология фәндәре кандидаты Ласынова Нәилә Азамат ҡыҙы, ветерандар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

     Яҙыусының тормош һәм ижад юлы буйынса эҙләнеү эштәре менән уҡытыусылар сығыш яһаны.

   Сараға Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған иншалар һәм хикәйәләр конкурсы еңеүселәре лә саҡырылды. Йәш ижадсыларға халыҡ яҙыусыһы аҡсалата премия һәм үҙ китаптарын бүләк итте.

Конференция һөҙөмтәләре буйынса мәҡәләләр йыйынтығы баҫылды һәм  резолюция ҡабул ителде.

Просмотров: 174 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА