Главная » 2024 » Январь » 9 » Төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы
14:33
Төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте. Олимпиадала республикабыҙҙың ҡала һәм район мәктәптәренән тыш, Татарстан республикаһынан, күрше Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләренән уҡыусылар ҡатнашты. Муниципаль этапты һәм һайлап алыу турын уңышлы үтеп, Баймаҡ районы намыҫын 13 уҡыусы яҡланы. Юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, призер исеменә лайыҡ булдылар:
Садыҡова Гүзәлиә – Өмөтбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Көмөшбаева Г.М.,
Юнысова Алтынай - Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Йәнбирҙина С.Н.,
Үтәбаев Сыңғыҙ - Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.,
Сырлыбаева Илсиә - Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.,
Баскакова Дарья – Баймаҡ ҡалаһы 5-се төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Юламанова З.З.,
Вәлеев Мәлик - Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Азаматова М.Р.,
Тахаутдинова Румия - Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Яҡшыбаева Г.И.,
Иҙрисова Раушания - Баймаҡ лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Йәнбирҙина С.Н.,
Зәйнуллин Инсаф - Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 11-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Сирбаева А.А.,
Тайбугина Мәҙинә - Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 10-сы класс уҡыусыһы (етәксеһе – Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.А.) М.Аҡмулла исемендәге БДПУның башҡорт филологияһы факультеты Дипломына һәм махсус бүләгенә лайыҡ булды.


Уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афарин, уҡыусылар! Уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Просмотров: 90 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА