Главная » 2015 » Февраль » 12 » стартовал Год литературы (фото)
19:56
стартовал Год литературы (фото)

  Встреча с видными писателями, поэтами и публицистами республики – выходцами района положила начало мероприятиям "литературного" года.

  Тансулпан Гарипова, Ахмер Утябаев, Лилия Каипова (Сакмар) и Нияз Алсынбаев легко и непринуждённо общались с земляками, делились «муками творчества» и читали свои произведения.

  Директор издательства «Китап» имени З. Биишевой Ильгам Яндавлетов, публицист Марсель Кутлугалямов и редактор издательства Галия Галимова презентовали баймакцам книгу-альбом «Председатель Правительства Зекерея Акназаров».

  – Главным событием в нашем районе станет литературный фестиваль «Слово – могучая сила», – сказала директор Баймакской центральной библиотеки Луиза Давлетшина. – В конце года мы определим самый читающий коллектив, населённый пункт, школу и т.д.

  В районе немало талантливой пишущей молодёжи. При библиотеке действуют литературное объединение «Янгузай» и «Школа Игебая». Есть надежда, что наши молодые авторы сумеют достойно представить своё творчество в республиканском марафоне «Литературная мозаика», целью которого является поиск и поддержка молодых писателей.

  Стенограмма выступления первого заместителя главы Администрации района по социальной и кадровой политике Исянбаева Р.Ф.

  "Бөгөн беҙ Баймаҡ районында Рәсәй һәм республика етәкселеге тарафынан рәсми иғлан ителгән Әҙәбиәт йылын тантаналы рәүештә асыу өсөн йыйылғанбыҙ. Һәр кеше өсөн әҙәбиәт бик ҙур әһәмиәткә эйә. Бала саҡтан ул беҙҙә изгелек, дуҫлыҡ, кешелеклелек тойғоларын тәрбиәләй, рухи донъябыҙҙы байыта. Районыбыҙ борондан туған телгә һәм әҙәбиәткә иғтибарлы, ихтирамлы ҡарашы менән дан тота. Батыр Вәлид, Сәләх Кулибай, Нәжип Иҙелбай, Абдулхаҡ Игебаев, Мирас Иҙелбаев, Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Асылғужа Баһуманов, Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Лилиә Ҡәйепова, Нияз Алсынбаев кеүек шағирҙарыбыҙҙың һәм яҙыусыларыбыҙҙың исемдәре киң билдәле. Үҫеп килгән быуын араһында ла ҡәләм тибрәтеүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы күренеш. Беҙҙең бурыс – ошо изге тупраҡта үҫеп сыҡҡан йәш таланттарҙы ваҡытында күреү һәм баһалау, уларға тел ҡәҙерен белергә өйрәтеү. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә туған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү, яҡты маяҡ булып, уларға дөрөҫ юл һайларға ярҙам итеп торһон.

  Уҙған йыл Мәҙәниәт йылы булараҡ беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы саралар бүләк иткәйне. Беҙҙең район вәкилдәре үткәрелгән район, республика, федераль кимәлдәге конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһап, еңеүсе, призер, дипломант булып ҡайттылар. Тәрбиәүи, милли мираҫыбыҙҙы һаҡлау, уның күсәгилешлегенә булышлыҡ итеү яғынан “Беҙҙең йолалар – алтын мираҫ” исемле ауыл биләмәләре араһындағы конкурс-эстафета бик әһәмиәтле булды, йыл дауамында онотолоп барған башҡорт халыҡ йолалары күрһәтелде.

  Әйтергә кәрәк, Әҙәбиәт йылында Мәҙәниәт йылының башланғыстары дауам итәсәк, тәрән йөкмәткеле саралар йыл дауамында уҙғарыласаҡ. Һәҙиә Дәүләтшина, Аҫылғужа Баһуманов, фронтовик-шағирҙар Батыр Вәлид, Сәләх Кулибайҙың ижадына бағышланған кисәләр, Буранбай сәсәндең тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған сара, Урал батыр эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең конкурсы һәм башҡа осрашыуҙар, марафондар һәм ижади кисәләр – былар барыһы ла әҙәбиәттең беҙҙең тормошта тотҡан урынын тағы ла киңәйтер, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә булған иғтибарҙы тағы ла арттырыр тип ышанам. Әҙәбиәттең тирә-яҡты танып белеүҙә, шәхес булып үҫешеүеҙә, донъяға ҡараш тәрбиәләүҙә әһәмиәтле роль уйнауын, кешене уйландырыу, уның ижади потенциалын үҫтереү кеүек мөһим сифаттарын да онотмайыҡ.

  Тағы ла бер тапҡыр әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, яҙыусыларҙы, ошо өлкәлә эшләүсе белгестәрҙе  Әҙәбиәт йылы башланыу менән ихлас ҡотлайым. Барығыҙға ла уңыштар, һаулыҡ, донъя именлеге, рух ныҡлығы һәм яңы ижади уңыштар һәм үрҙәр теләйем!"

Зульфия Сафина

Просмотреть фотографии мероприятия

Администрация муниципального района Баймакский район РБ

Просмотров: 736 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА