Главная » 2023 » Март » 22 » "Шайморатовсылар класы өлгөһөндә хәрби - патриотик тәрбиә биреү" темаһы буйынса район кимәлендә ОБЖ уҡытыусыларының семинары
13:06
"Шайморатовсылар класы өлгөһөндә хәрби - патриотик тәрбиә биреү" темаһы буйынса район кимәлендә ОБЖ уҡытыусыларының семинары

"Шайморатовсылар класы өлгөһөндә хәрби - патриотик тәрбиә биреү" темаһы буйынса район кимәлендә ОБЖ уҡытыусыларының семинары уҙҙы. Семинарҙа Баймаҡ районы мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ирмәков Фәнил Рамаҙан улы, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариаты комиссары Хәмитов Хөрмәт Хәмит улы, мәғариф бүлеге методисы Сирусин Илшат Нәғимйән улы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугиры, Ҡорбанғолов Азамат Тәлғәт улы ҡатнашты.
Шайморатов класы кураторы Нурдәүләтов Илһам Айса улы шайморатовсылар менән асыҡ дәрестә уҡтан атыу, стройҙа йөрөү, автомат тиреү һәм йыйыу буйынса күнекмәләр күрһәтте, тәрбиәсе - класс етәксеһе Байғотлина Фәнүзә Азамат ҡыҙы шайморатовсылар штабында Геройыбыҙ хаҡында тулайым әңгәмә ҡорҙо,стендтар буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, тамаша залында Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған музыкаль композицияла шайморатовсыларҙың ҡатнашлығына иғтибар йүнәлтелде.
Пленар өлөшөндә Баймаҡ лицей-интернаты директоры "Шайморатовсылар класы Стандарты" тураһында сығыш яһаны.
Уҡыусылар күңеленә иң хуш килгән, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға, махсус хәрби операция батыры Азамат Тәлғәт улы менән осрашыу булғандыр, уның Рәсәй Геройы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың юлы, Башҡортостан Республикаһы үҙ ҡанаты аҫтына алған Шайморатов мәктәбе тураһында мәғлүмәтен йотлоғоп тыңланылар, батыр яугирҙең музейға беренсе экспонат итеп ҡалдырған шевроны оло бүләк итеп ҡабул ителде.
Мәктәп осоронда хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн күп көс һалған ОБЖ уҡытыусыларына уңыштар теләп ҡалабыҙ. Бар башланғыс УҠЫТЫУСЫНАН башлана!

Просмотров: 130 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА