Главная » 2020 » Март » 10 » Район семинары
13:55
Район семинары

   5 март көнө 1-се Этҡол мәктәбендә төп дөйөм белем биреү мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс класс уҡытыусылары методик берекмә етәкселәренең район семинары үтте. 15 белем биреү учреждениеһынан килгән 18 уҡытыусы өсөн 5-се класта башҡорт теленән –  Мәхмүтова Г.А., 11-се класта – Дәүләтбаева С.Р.,  3-сө класта әҙәби уҡыу дәресенән – Хисмәтуллина Г.Ә., 1-се класта башҡорт теленән Барлыбаева Ә.И. асыҡ дәрестәр үткәрҙе.

 Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, башланғыс һәм төп дөйөм белем биреүҙә күсәгилешлекте артабан да үҫтереү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәшләште, коллегаларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты,   мәктәп музейында ла булды.

  Семинарҙың икенсе өлөшөндә халҡыбыҙҙың аҫыл улдары булған яҡташтарҙың тормошо һәм ижадына арналған кисә үткәрелде.

 

Просмотров: 368 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА