Главная » 2023 » Ноябрь » 20 » «Остаз» республика конкурсының зона этабы
05:45
«Остаз» республика конкурсының зона этабы

    17 ноябрҙә Ейәнсура районы Абҙан ауылының урта белем биреү мәктәбендә «Остаз» республика конкурсының зона этабы үтте. Педагог һәм остаз, Атайсалға изге эштәр йылдарына арналған педагогик оҫталыҡта республиканың Урал аръяғы райондары уҡытыусылары көс һынашты. Өс турҙағы бәйгелә командалар үҙ имиджын яҡтыртты, алдынғы эш тәжрибәһен презентацияланы, телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа бәйле һорауҙарға яуап бирҙе.
Беҙҙең районыбыҙҙың "Ирәндек ынйылары" командаһы "Милли мәғарифтың ныҡлы ҡалҡаны" номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Уҡытыусыларҙы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ, артабан эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Фотографии: https://vk.com/education_baimak?w=wall-175103674_23335

Просмотров: 126 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА