Главная » 2019 » Январь » 18 » Олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү
14:46
Олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү

   16 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейында башҡорт һәм рус телдәре буйынса Өфө ҡалаһында үткән олимпиадаларҙа еңеү яулап ҡайтҡан 12 уҡыусыны тәбрикләү тантанаһы булып үтте.  

   Баймаҡ районы муниципаль районы мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ә.Зәйнуллин, еңеүселәрҙе һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы ҡотлап, белем илендә яңы үрҙәр, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар менән артабан да оло еңеүҙәргә өлгәшеүҙәрен теләп бүләкләне.

   Ҡолсора ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Нәфисә Мостафина, уҡыусылар исеменән сығыш яһап, киләсәктә лә ата-әсәләренең, мәктәп һәм мәғариф бүлегенең ышанысын аҡлап, яңы бәйгеләрҙә лә  ал бирмәйәсәктәре хаҡында әйтте. 

   Еңеүселәр хөрмәтенә был матур сараны ойоштороп, иҫтәлеккә фотоға төшөү, сәй табыны янында күңелле әңгәмәләшеү өсөн мөмкинселек тыуҙырған Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейы администрацияһына бөтә ҡатнашыусылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Просмотров: 392 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА