Главная » 2021 » Апрель » 16 » МИЛЛИ КЕЙЕМДӘР КӨНӨ
20:01
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘР КӨНӨ

   Апрель айының өсөнсө һәм сентябрь айының икенсе йомаһында Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын борон-борондан сағылдырып килгән ҡомартҡы ул.

   Бөгөн, 16 апрель көнө, районыбыҙҙың һәр мәктәбендә, балалар баҡсаһында матур традицияға әйләнгән был байрам киң билдәләп үтелде. Уҡыусылар, уҡытыусылар белем усаҡтарына үҙ милләтенең йөҙөн билдәләгән кейемдәрҙә килде. Уҡыусылар  өсөн тематик класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре, ағинәйҙәр менән осрашыуҙар, флешмоб, һүрәттәр, ижади эштәр бәйгеләре, милли уйындар үткәрелде.

   Ошондай матур саралар үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй, үҙ милләттәре, халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғолары уята, белемдәрен тәрәнәйтә.

Просмотров: 237 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА