Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Главная » 2015 » Октябрь » 2 » “Башҡорт китабы” аҙналығы (Неделя «Башкирской книги») ФОТО
10:32
“Башҡорт китабы” аҙналығы (Неделя «Башкирской книги») ФОТО

  “2015 - Әҙәбиәт йылы” айҡанлы 22 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем беҙҙең районда “Башҡорт китабы” аҙналығы үтте. Аҙналыҡҡа республикаға билдәле әҙиптәр саҡырылды. Улар “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина, “Ағиҙел” журналы редакцияһының бүлек мөхәррире, яҙыусы Марат Әминев.

  "Башҡорт китабы” аҙналығы сиктәрендә яҙыусылар мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашты. Осрашыуҙар бик йәнле үтте. Гөлсирә Ғиззәтуллина уҡыусыларға үҙе булған Европа илдәре, Африка тормошо тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Балалар әҙиптәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханы тураһында яҙыусылар менән фекер алышты. Ишбирҙе, Өмөтбай мәктәптәре уҡыусыларын яҙышыу серҙәре, ҡағыҙға төшөрөлгән ижадыңды матбуғатта баҫтырыу кеүек һорауҙар борсоһа, Сәйғәфәр, Билал уҡыусылары яҙыусыларҙың ижадына һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Уларҙың шиғырҙарын яттан һөйләп тә күрһәттеләр.

  Иҫәнбәт мәктәбендә “Иҫәнбәт – Сураш батыр ейәндәре төйәге” китабының презентацияһы үтте. Сарала уҡыусылар ғына түгел бөтә ауыл халҡы ҡатнашты. Улар китап авторҙары Ә.З.Сәйғәфәровҡа, Ф.Х.Исрафиловҡа ҙур рәхмәттәрен еткерҙеләр.

  Әҙәбиәт, әҙип, әҙәп… бер тамырҙан яралған һүҙҙәр. Әҙип һүҙе -  аҡыллы һүҙ. Яҙыусылар ауыҙынан ишеткән аҡыллы һүҙҙәр беҙҙең уҡыусылар күңелендә изгелек орлоғо булып шытып сығыр. Сөнки улар балаларға күп уҡырға, телдәрҙе өйрәнергә, тыуған илде яратырға, ер кешеһе булып, үҙ хеҙмәтең емешен татып йәшәргә кәрәк, тигән кәңәштәр бирҙеләр.

Мөхәмәтйәнова Я.Б.


  В связи с Годом литературы с 22 по 25 сентября в нашем районе прошла неделя «Башкирской книги». В рамках данной недели нас посетили знаменитые литературы республики. Это — заместитель главного редактора журнала «Агидель» Ахмер Утябаев, писательница Гульсира Гиззатуллина, заведующий отдела редакции журнала «Агидель» Марат Аминев.

  За эту литературную неделю писатели провели ряд встреч с учащимися школ района, которые вызвали большой интерес и нашли живой отклик. Интересными были рассказы Гульсиры Гиззатуллиной о странах Европы, Африки, где она путешествовала. Дети слушали ее с большим интересом, задавали много вопросов.

  Учащиеся Баймакского лицея-интерната разговаривали с писателями о Единых государственных экзаменах. А школьники из сел Ишберды и Уметбаево интересовались о секретах творчества и о том, как печатать свои произведения в периодических изданиях. Ребята из д. Сайгафар и с. Билялово выразили свои восхищения творчеством писателей и пожелали им дальнейших успехов. Также несколько стихов школьники прочитали наизусть.

  В школе деревни Исянбетово состоялась презентация книги «Исянбет — родина внуков Сураш-батыра». На мероприятии приняли участие не только учащиеся, но и все жители деревни. Они выразили большую благодарность авторам книги А.З. Сайгафарову и Ф.Х. Исрафилову.

  Подобные мероприятия играют огромную роль в воспитании подрастающего поколения. Гости района на каждой встрече советовали ребятам побольше читать, изучать разные языки, любить Родину, быть ближе к земле, трудиться на ней и наслаждаться плодами своего труда. Мы верим, что сказанные писателями мудрые слова дадут благородные всходы в душах наших детей.

Я. Мухамедьянова

Просмотров: 694 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА