Главная » 2018 » Декабрь » 25 » Яҡташ яҙыусы менән осрашыу
15:15
Яҡташ яҙыусы менән осрашыу

   20 декбрь көнө Баймаҡ районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Баймаҡ лицей-интернаты тамаша залында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  сәнғәт эшмәкәре, яҙыусы, шағир, драматург Наил Ғәйетбаев менән осрашыу ойошторолдо.     

   Ҡала мәктәптәренең 8-10-сы класс уҡыусылары, яҡташ яҙыусыбыҙҙың сығышын иғтибар менән тыңлап, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап та алды.

   Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған шиғырҙар яңғыратҡан, был сараны музыкаль яҡтан биҙәп, йырҙар башҡарған Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары киләсәктә лә башҡорт әҙәбиәтенең тоғро дуҫтары булып ҡалырҙар.

Просмотров: 575 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА