Главная » 2015 » Май » 18 » Йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте
20:29
Йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте

   15 майҙа йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Унда 1-4 кластан эпосты яттан һөйләүсе 16 уҡыусы, 4 мәктәп командаһы ҡатнашһа, 5-8 кластар араһында 13 уҡыусы эпосты яттан һөйләне, 5 мәктәп командаһы сығыш яһаны. 

   Конкурста Кәрешкә, Темәс мәктәптәре, Баймаҡ 1-се һанлы мәктәбе уҡыусылары әүҙемлектәре менән айырылып торҙолар. Конкурстың положениеһына ярашлы 6 уҡыусы сит телдә һәм Рәсәй халыҡтары телдәрендә яттан һөйләп тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Вәлишина Айгөл (2-се мәктәп), Харисова Азалия (Иҫке Сибай), Юлдашбаев Динислам (Кәрешкә), Моҡаева Азалия (1-се мәктәп) эпосты инглиз телендә, Кәрешкәнән Ласынова Ализа - рус телендә, Иҙрисова Ләйсән - төрөк телендә һөйләп күрһәтте.

    5-8 класс уҡыусылары араһында Темәс мәктәбе уҡыусыһы Шахморатов Таһир Гран-при яулаһа, башланғыстар араһында Күгиҙелдән Ғөбәйҙуллина Рәшиҙә Гран-приға лайыҡ булды. Уларҙан ҡала, башланғыстар араһында Яхина Шәүрә (Таулыҡай), юғары төркөмдә Мостафина Гөлйөҙөм (Ниғәмәт) 1-се урынды яуланылар. 2-се урын башланғыстарҙа Мусина Нурия (Темәс), Рәсүлева Шәүрә (Үрге Яйыҡбай), юғары төркөмдә Йәндәүләтова Шәүрә (3-сө мәктәп) өлөшөнә төштө. Жюри ҙур теләк менән, 3-сө урынды бәләкәй төркөмдә Ишмырҙина Нәркәскә (Иҫке Сибай), Морапталов Ирназарға (1-се мәктәп), Әфләтунова Нурзиләгә (4-се лицей), юғары төркөмдән Моталлапова Шәүрәгә (1-се мәктәп) һәм Әбйәлилова Зәлиәгә (Темәс) бирҙе.

    Командалар ярышында Ишмырҙа мәктәбенең башланғыс класс уҡыусыларына һәм 4-се лицей командаһына етеүсе булманы. Улар 1-се урынға сыҡты. Муллаҡай мәктәбе, Түбә балалар йорто командалары бәйгелә йыл һайын ҡатнашып оҫтарғандан оҫтара баралар. Быйыл Муллаҡайҙар “Уҙаҡ менән Туҙаҡ – балабәшнәк ярсығы” әҫәрен, балалар йорто тәрбиләнеүселәре “Иҙеүкәй менән Мораҙым”ды сәхнәләштереп, 2-се урынға лайыҡ булды. Башланғыстар төркөмөндә Ниғәмәт мәктәбе командаһы 2-се урынға сыҡты. 3-сө урынды Иҫке Сибай, Түбә мәктәптәре һәм Баймаҡ 2-се һанлы мәктәбе  командалары бүлеште. “Йәш сәсән” номинацияһында Киекбаев Ильназ (Таулыҡай) һәм Ильясова Нурзилә (4-се лицей) еңеүсе тип танылды.

   Бәйгене йомғаҡлап, йәш сәсәндәрҙе тәбрикләп еңеүселәргә мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ул тырыш, ныҡышмалы йәш сәсәндәргә киләсәктә лә уңыштар теләп, рәхмәт белдерҙе.

    Бәйгенең спонсоры булып, Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “РФ-ның иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина сығыш яһаны. Ул үҙенең шәхси премияһын булдырып, еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырҙы. 

Просмотреть фотографии

Просмотров: 853 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА