Главная » 2023 » Февраль » 27 » "Йәгеҙ әле, егеттәр!" район конкурсы
11:16
"Йәгеҙ әле, егеттәр!" район конкурсы

Йыл да үткәрелгән матур традицияға ярашлы, хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә "Йәгеҙ әле, егеттәр!" район конкурсы быйыл да юғары кимәлдә үтте. Быйылғы бәйгенең тап Өмөтбай мәктәбендә үтеүе лә осраҡлы түгел. Беренсенән, мәктәбебеҙ егеттәре һуңғы йылдарҙа район кимәлендә гел беренселекте яулаһа, икенсенән был конкурс Өмөтбай егете, Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Мөхәмәҙиев Ғәзиз Рәғип улының исемен мәңгеләштереүгә арналды. Тулҡынландырғыс, өмөтбайҙар өсөн иҫтәлекле сараға район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы, мәғариф бүлеге етәксеһе Ирмәков Фәнил Рамазан улы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Баймаҡ ҡалаһы буйынса хәрби комиссариат начальнигы Хәмитов Хөрмәт Хәмит улы, район Советы депутаты, ДОСААФ бүлҽгҽ ҽтәксҽһҽ Нәбиуллин Рөстәм Радик улы, "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы вәкилдәре һәм башҡа ҡунаҡтар килде. Сара башында мәктәп директоры Зәйнуллина Вәлимә Хәлфетдин ҡыҙы, район мәғариф бүлеге етәксеһе Ирмәков Фәнил Рамазан улы командаларға матур теләктәрен еткерҙеләр. Уларҙың һүҙен ҡеүәтләп 1-се класс уҡыусыһы, мәктәбебеҙ йырсыһы Ғүмәров Арслан музыкаль сәләм бүләк итте. Ғәзиз Рәғип улы тураһында видеояҙма ҡарағандан һуң, ярышты асып, командалар сығыш яһаны. Әйткәндәй, быйыл район кимәленә һәр зонала еңеү яулаған иң көслө командалар: Баймаҡ-лицей интернаты, Темәс, Өмөтбай, Йомаш, 1-се Этҡол егеттәре ҡатнашты.
Сараның икенсе өлөшөндә Ғәзиз Рәғип улының уҡыған мәктәбендә таҡтаташ асыу сараһы булды. Таҡтаташ янында район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы, туғандары исеменән Мәжитова Зөбәржәт Ингиз ҡыҙы сығыш яһаны. Темәс тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан экспонаттар менән йыһазландырылған мөйөш тә (етәксеһе Мәжитов А.Р.) ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Биш сәғәткә яҡын һуҙылған көсөргәнешле, сәмле бәйгенең һөҙөмтәләрен һәр кем тулҡынланыу менән көттө. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урын Темәс мәктәбенә, 2-се урын Баймаҡ-лицей интернатына бирелде. Беренсе урынға һәм күсмә кубокка быйыл да Өмөтбай егеттәре лайыҡ булды. Афариндар! Егеттәребеҙҙе юғары кимәлдә әҙерләп, матур күрһәткестәргә алып барып еткергәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе физкультура һәм ОБЖ уҡытыусыһы Кәримов Азамат Фәнил улына еткерәбеҙ. Айҙар дауамында бар тырышлығын, көсөн һәм ваҡытын һалып әҙерләүе үҙ емештәрен бирҙе. Егеттәр ҙә һынатманы: атыу, турникта күтәрелеү, гир күтәреү, капитандар ярышы, йүгереү буйынса шәхси беренселектә тәүге урындарҙы яуланылар. Еңеүсе егеттәргә район мәғариф бүлегенән, Ғәзиздең ғаиләһе тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә еңеүсе команда - өмөтбайҙарға ДОСААФ бүлҽгҽ ҽтәксҽһҽ Нәбиуллин Рөстәм Радик улы Магнит ҡалаһында үтәсәк хоккей матчына билеттар тапшырҙы.
Район кимәлендә ҙур сараны ойоштороу эшендә мәктәп коллективы менән берлектә, ярҙам иткән ауыл халҡына, ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Илебеҙ күге аяҙ булһын, һәр кемгә ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ата-әсәле тулы ғаиләләрҙә бәхетле балалар тауышы өҙөлмәһен.

Просмотров: 107 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА