Главная » 2017 » Июль » 19 » “Граф күле” балалар һауыҡтырыу лагерында 2 смена тамамланды
14:51
“Граф күле” балалар һауыҡтырыу лагерында 2 смена тамамланды

  29 июндән 19 июлгә тиклем “ Граф күле” балалар  һауыҡтырыу лагерында “Йәйләү” программаһы эшләне. Сменаға иң һәләтле балалар йыйылды. Араларында моңло тауышлы йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, йөрәккә инерҙәй итеп шиғыр һөйләүселәр ҙә, оҫта рәссәмдар ҙа күп булды. “Йәйләү” ҙә бөтә саралар ҙа бик ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм рухлы булыуы менән айырылып торҙо.  Сибай ҡалаһының “Сулпан” театры, шағирәләр Сарбулатова Фәниә Фәҡи ҡыҙы һәм Ишемғужина Айгөл Рамаҙан ҡыҙы менән осрашыуҙар, һ.б. килгән ҡунаҡтарҙы балалар һөйөнөп ҡаршы алдылар. Экскурсиялар, көн дә  үткәрелгән саралар бик иҫтәлекле һәм күңелле үтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп башҡортса аралыштылар. Йәш милләттәштәребеҙҙе дәртләндергән, рухландырған, илһамландырған “Йәйләү” лагеры һәр баланын йөрәгендә оҙон-оҙаҡ һаҡланырына ышанабыҙ.

Просмотров: 457 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА