Главная » 2022 » Январь » 13 » Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды
13:15
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды

  Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды. XXXVI тапҡыр уҙғарылған был сара быйыл 2 этаптан торҙо.

   Олимпиаданың һайлап алыу этабында ситтән тороп республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан һәм Пермь крайынан 1 мең 679 уҡыусы ҡатнашты. Ә йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән иң-иңдәр тип танылған 218 уҡыусы көсөн һынаны.

    Беҙҙең район намыҫын 11 уҡыусы яҡланы һәм юғары һөҙөмтәләргә ирештеләр: Баймаҡ лицей интернатынан Иҙрисова Раушания (9-сы класс), Үлйәбаева Наҙгөл (10-сы класс), етәксеһе Йәнбирҙина Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы; Баймаҡ 4-се лицейынан Зәйнуллина Йәнгүзәл (10-сы класс), етәксеһе Рәхмәтуллина Айгизә Рауил ҡыҙы; Ярат урта мәктәбенән Йомағужина Гөлфинә (10-сы класс), етәксеһе Сафина Миләүшә Камил ҡыҙы; Ҡуянтау урта мәктәбенән Әхмәтҡужин Артем (10-сы класс), етәксеһе Алсынбаева Фәйрүзә Зиннәт ҡыҙы; Темәс урта мәктәбенән Яҫыбаев Байрас (11-се класс), етәксеһе Мусина Таңсулпан Әмир ҡыҙы призер исеменә лайыҡ булдылар.

Беҙ уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

Просмотров: 256 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА