Главная » 2020 » Февраль » 28 » «Ерем, халҡым, тарихым һәм телем!»- тип йәшәй таулыҡайҙар
08:58
«Ерем, халҡым, тарихым һәм телем!»- тип йәшәй таулыҡайҙар

  Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән тантанаға 27 февраль көнө Үрге Таулыҡай мәктәбе коллективы ата-әсәләрҙе, ауыл биләмәһе депутаттарын, Сыңғыҙ, Буранбай ауылы халҡын да саҡырғайны. Райондың ветерандар советы рәйесе Әхмәтова К.Ә., мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Г.Х. һәм мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. ҡатнашҡан был оло сарала уҡыусылар үҙҙәренең шиғыр һөйләүгә, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Милли кейемдәге балалар үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы: 7 ырыу тарихына байҡау яһанылар, халҡыбыҙ батырлығына, телебеҙ бөйөклөгөнә дан йырланылар.

   Мәктәп директоры Сәлихов Р.Ә., уҡыусыларҙың төрлө йүнәлештәрҙәге еңеүҙәре хаҡында һөйләп, ата-әсәләр менән һаман да ошолай бергә эшләп, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өмөтләнеүҙәре хаҡында әйтеп үтте.

   Йыйындың икенсе өлөшөндә тирә-яҡты йәшелләндереү, килер быуындар хаҡына ауылдарҙы төҙөкләндереү, өмәләр үткәреү,  репрессия ҡорбандарына арналған стела асыу тураһында ҙур мәсьәләләр ҡаралды.

Просмотров: 349 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА