Главная » 2020 » Март » 17 » Эстафета тапшырыу тантанаһы
06:26
Эстафета тапшырыу тантанаһы

  Башҡорт теле йылы сиктәрендә 14 март көнө Баймаҡ ҡалаһының  4-се һанлы лицей  коллективы “Башҡорт теле – ғаилә теле” исеме аҫтында эстафета тапшырыу тантанаһы үткәрҙе.

  Бай йөкмәткеле был сара халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаев бюсына сәскәләр һалыуҙан башланды. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре,  эстафета ҡабул итеүсе Урғаҙа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективынан килгән  вәкилдәр һәм саҡырылған ветерандар 1-се ҡатта –  бейеүселәр һәм ҡурайсылар сығышын, 2-се ҡатта – «Үлмәҫбай» поэмаһы буйынса уҡыусылар тарафынан сәхнәләштерелгән өҙөктө, 3-сө ҡатта – «Олатайымды аңлайым» әҙәби-музыкаль композицияһы һәм «Яратам һине, Башҡортостан!» флешмобын ҡаранылар.

  Урғаҙа ауылы мәктәбенең 10 уҡыусыһы  һәм ҡала мәктәптәренән килгән ижади ҡарашлы уҡыусылар был көндө «Башҡорт теле – ғаилә теле» темаһы сиктәрендә  лицейҙың балалар ҡоролтайы үткәргән башҡорт телендәге “Әлләсе” уйынында һәм “Игебай мәктәбе” ултырышында ҡатнашты. «Аталы бала – арҡалы бала» исеме аҫтында атайҙар ҡоро ла эшләне. Тамаша залында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелгән «Һандыҡ төбө – тарих хазинаһы» исемле сара яуҙа ҡатнашҡан яҡташ ҡаһармандарға һәм Советтар Союзы Геройы В.И.Артамоновҡа арналды.  

  Сара аҙағында уҡытыусылар коллективы тарафынан «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры башҡарылды, лицей директоры Р.Ф.Ильясов Урғаҙа ауылы мәктәбенең директор урынбаҫары Д.М.Әлмөхәмәтоваға эстафетаны тапшырҙы.

Просмотров: 381 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА