Главная » 2020 » Февраль » 5 » Эстафета старт алды
14:58
Эстафета старт алды

  Башҡорт теле йылын тантаналы асыу сараһы 4 февраль көнө Баймаҡ лицей-интернатында ойошторолдо.  Ҡала һәм райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында «Телен белгән генә илен белер» эстафетаһына старт бирелде. Мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡыу һәм телде өйрәнеү буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирҙе һәм башҡорт теле йылы айҡанлы алда торған бурыстарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.  Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев йыйылыш, ултырыштарҙа сығыштарҙы мөмкин тиклем башҡорт телендә алып барырға вәғәҙә итте. Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль эштәре буйынса урынбаҫары Г.К.Сирғәлинаның да ҡатнашыуы оло сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.

   Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыларының телебеҙҙе данлаған сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

  Баймаҡ лицей-интернаты директоры И.Д.Әбүбәкиров эстафетаны ҡаланың 2-се һанлы мәктәбенең директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Н.Ф.Рәхмәтуллинаға тапшырғас, саралағы бар ҡатнашыусылар башҡарыуында «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры гимн булып яңғыраны.

   Шуныһы ҡыуаныслы: телебеҙ дәрәжәһе һәм бөйөклөгөнә дан йырланған был саранан башҡа милләт вәкилдәре лә, башҡорт моңона сорналып, башҡорт рухынан көс, дәрт алып таралышты.

Посмотреть фотографии

#Годбашкирскогоязыка

#Баймаҡтелебашҡорттеле

Просмотров: 408 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА