Главная » 2016 » Апрель » 17 » Быйыл “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы Баймаҡ ҡалаһында үтте
09:13
Быйыл “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы Баймаҡ ҡалаһында үтте

   Быйыл “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы Баймаҡ ҡалаһында үтте. Бәйгелә Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла, райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан йәш сәсәндәр ҡатнашты. Конкурс ике турҙан торҙо: 1-се турҙа бәйгесе “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләһә, 2-се турҙа 4 кешенән торған команда башҡорт ҡобайырҙарынан өҙөктө сәхнәләштерҙе. Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы бәйгеселәре эпосты тулыһынса ятҡа һөйләүҙәре менән һоҡландырһа, Күгәрсендәр башҡарыу оҫталыҡтары менән таң ҡалдырҙылар.

   Шулай итеп, 1-се тур буйынса Казарбаева Гөлнара (Баймаҡ лицей-интернаты) еңеүсе булһа, артабан Сибайҙан Ибраһимова Әлиә менән Ейәнсуранан Хөсәйенова Регина призлы урындарҙы яуланылар.

   2-се тур йомғаҡтары буйынса Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге лицей командаһы еңеүсе булһа, Баймаҡтар менән Күгәрсендәр призерҙар тип табылды.

   Ике тур һөҙөмтәһе буйынса Баймаҡ, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы бәйгеселәре иң көслөләре тип асыҡланды. Улар июнь айында үтәсәк республика конкурсында ҡатнашыуға хоҡуҡ алдылар.

   Ижады уңыштар һеҙгә, йәш сәсәндәр!

Фотолар

Просмотров: 834 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА