Главная » 2020 » Март » 10 » Бишенсе мәктәптә эстафета тапшырыу тантанаһы үтте
10:03
Бишенсе мәктәптә эстафета тапшырыу тантанаһы үтте

 Мәғариф бүлеге планына ярашлы ҡаланың 5-се һанлы мәктәбендә 5 март көнө «Башҡорт теле – заманса тел» исеме аҫтында ҙур сара үтте.

 Урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре,  эстафета ҡабул итеүсе 4-се лицей коллективы  вәкилдәре менән Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Хәтер мөйөшө» янында  митинг ойошторҙо.

 Һәр кем эстафета сиктәрендә башҡорт телендә үткәрелгән  бәйгеләрҙә һәм башҡорт халыҡ уйындарында үҙ көстәрен һынап ҡарау мөмкинлеге алды. Бәйге флешмоб менән тамамланылды.

 Телебеҙҙе данлаған шиғырҙар,  дәртле йырҙар, бейеүҙәрҙән һуң ҡаланың 5-се һанлы мәктәбе директоры Ф.Ф.Йылҡыбаев 4-се лицей директоры Р.Ф.Ильясовҡа эстафетаны тапшырҙы.

 Мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин 5-се мәктәп коллективының был сараға яҡшы әҙерләнеүҙәрен билдәләп үтте, телебеҙ киләсәге хаҡына артабан да уңыштар теләне.

Просмотров: 345 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА