Главная » 2023 » Май » 18 » «Белем һуҡмағы буйлап» проекты старт алды
14:25
«Белем һуҡмағы буйлап» проекты старт алды

Мәғариф бүлеге тарафынан Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Белем һуҡмағы буйлап» тип аталған семинар-экскурсия ойошторолдо.

Билдәле яҡташыбыҙ,  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова белем алған Түбә мәктәбенән уның тыуған Күсей ауылына тиклем юлды йәйәү үтеү, уның исемендәге кабинет-музей менән танышыу, түңәрәк өҫтәлдә аралашыу – проекттың төп маҡсаты.

Сарала  яҡташыбыҙ Ғарипова Т.Х., мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ирмәков Ф.Р., Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты директоры Сәлихов И.Р., Сибай гимназия-интернаты директоры Бикбова Р.Х., мәғариф ветераны Әхмәтова К.А., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Экскурсия Түбә мәктәбендә Т.Ғарипова исемендәге кабинет-музей менән танышыуҙан башланып китте, артабан ҡатнашыусылар Ирәндек тауҙары аша Күсей ауылына юлланды. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан тирмәлә ҡатнашыусылар юлды  үткән ваҡытта кисергән хис-тойғолары, мажаралары менән уртаҡлашты, яҙыусыға һорауҙарын бирҙе. Сара Күсей мәктәбе бинаһында урынлашҡан беренсе ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыһы Әсмә Баймырҙинаға арналған мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалыу, мәктәп музейына сәйәхәт ҡылыу менән тамамланды.

Просмотров: 144 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА