Главная » 2021 » Апрель » 24 » Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам
17:11
Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

   Баймаҡтар өсөн быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансығы Баймаҡ ҡалаһы  4-се лицейында  ойошторолдо.

  2014 йылдан башлап ойошторолған һәм донъя кимәленә күтәрелгән халыҡ-ара белем биреү акцияһына барыһы ла дәррәү ҡушылды. Башҡорт телен популярлаштырыу, модалы итеү, телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырыу – акцияның төп маҡсаты.

    “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!” девизы аҫтында туған телебеҙҙе хөрмәтләп үткәрелгән сарала баш ҡалабыҙҙан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер- министр урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев ҡатнашты. Йолаға әүерелгән был акцияға лицей коллективы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, өҫтәлмә белем биреү учреждение педагогтары, телгә битараф булмаған рухлы райондаштарыбыҙ йыйылды. Уларҙы бер маҡсат – башҡорт теленә булған һөйөү берләштерҙе.

     Диктантты Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф бүлеге етәксеһе Зәйнуллин Илдус Әдиф улы һәм лицейҙың  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яҙҙырҙы.

     Берҙәм булайыҡ булайыҡ! Башҡорт телендә дөрөҫ яҙайыҡ һәм һөйләшәйек!

Просмотров: 294 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА