Главная » 2023 » Апрель » 20 » Башҡорт теленән диктант - 2023
14:23
Башҡорт теленән диктант - 2023

Бөгөн, 20 апрель, Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең һәр төбәгендә башҡорт теленән диктант яҙҙылар. Башҡорт телен танытыу, белем биреү, тел мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында ойошторолған акция онлайн һәм офлайн форматта үтте. Баймаҡ лицей-интернатында ойошторолған офлайн майҙансыҡта Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Кәримов Айнур Басир улы, мәғариф бүлеге методистары - Иҫәнғолова Гөлшат Фәтхитдин ҡыҙы, Байсурина Илгизә Айытбай ҡыҙы, Алсынбаева Иркәгөл Наил ҡыҙы, Баймаҡ лицей-интернаты уҡытыусылары, тәрбиәселәре, ата-әсәләр ҡатнашты. Ҡатнашыусылар өсөн диктант тексын Баймаҡ лицей-интернатының директоры Әбүбәкиров Иҙел Данил улы, китапханасы Сәйетова Ләлә Сәлих ҡыҙы уҡыны.

Просмотров: 132 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА