Главная » 2019 » Ноябрь » 14 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары
12:34
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары

   12 ноябрь көнө Ҡаратал төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Яңы быуын стандарттары шарттарында системалы-эшмәкәрлекле йүнәлеш аша уңышлы шәхес тәрбиәләү» темаһына район семинары үтте. 14 белем биреү учреждениеһынан килгән 17 уҡытыусы өсөн Күсәрбаева А.Ф. башҡорт теленән –  5-се класта,  Нурлығаянова М.Н. рус теленән – 6-сы класта һәм Ғәйетбаева Г.Ш. 4-се класта башҡорт теле буйынса асыҡ дәрестәр үткәрҙе.

  Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, һөнәри кимәлде үҫтереү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәшләште, коллегаларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты,   мәктәп музейында ла булды.

  Семинарҙың икенсе өлөшөндә Р.Түләктең тормошо һәм ижадына арналған кисә үткәрелде. Ҡаратал мәктәбендә уҡытып, яҡты эҙ ҡалдырған яҡташыбыҙҙы иҫкә алырға уның туғандары,  уҡыусылары, мәғариф ветерандары һәм Өфө ҡалаһынан Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев килгәйне.  

    Семинарҙы мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. алып барҙы.

Просмотров: 536 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА