Главная » 2019 » Август » 28 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары
14:54
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары

  Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе сиктәрендә 27 август көнө Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинарында 46 уҡытыусы ҡатнашты. «Ҡурай» музейы эше менән таныштырыу, дискуссия майҙансыҡтарында «Уҡытыусының эш сифаты һөҙөмтәһе – һәләтле шәхес үҫтереүҙә», «Тематик шәмбеләрҙе ижади ойоштороу» кеүек темалар буйынса фекер алышыуҙа һәм йәш уҡытыусыларҙы тәбрикләү өлөшөндә модераторҙар – урындағы мәктәп уҡытыусылары Э.Р. Мырҙабаева һәм З.Р. Рәхимовалар үҙ бурыстарын уңышлы башҡарҙылар. А.Ф. Күсәрбаеваның (Ҡаратал мәктәбе) «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы алымдар ҡулланыу», Р.Ш. Юлбахтинаның (Әхмәр мәктәбе) «Заманса үткәрелгән дәрестәрҙә телебеҙгә һөйөү уятыу», А.В. Дәүләтшинаның (балалар ижады үҙәге директоры) «Баланы ижади конкурстарға йәлеп итеү» кеүек йүнәлештәр буйынса сығыштары уҡытыусылар өсөн бик фәһемле булды.

   Семинарҙа мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин сығыш яһаны, “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу юлдары һәм 5 көнлөк уҡыуға күсеү айҡанлы уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

   Методик кабинет методисы Н..Х.Мәмбәтова тарафынан 2018-2019 уҡыу йылында башҡарылған эштәргә тулы анализ яһалды. Яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнелде.

   Семинарҙа ҡатнашыусылар, “Шайморатов генерал” йырын башҡарып, М.Шайморатов иҫтәлегенә арналған акцияға ҡушылды.

Просмотров: 346 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА