Главная » 2018 » Ноябрь » 16 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары
14:56
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары

 16 ноябрь көнө Ә.Әлибаев исемендәге Йомаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Туған телдәрҙе уҡытыуҙа уңышҡа өлгәшеү өсөн заманса мөхит булдырыу» темаһына район семинары үтте. 15 белем биреү учреждениеһынан килгән 17 уҡытыусы урындағы мәктәптең беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юнысбаева А.Ф. тарафынан 7-се класта үткәрелгән асыҡ дәрес һәм Ярат ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Әхмәтова Л.А. күрһәткән оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.  Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, уҡыусыларҙы белем алыуға йәлеп итеү, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, һөнәри кимәлде үҫтереү, конкурстарға әҙерләнеү буйынса төрлө һорауҙарға яуаптар алды, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты,   мәктәп музейы менән дә танышты.

  Семинарҙы мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. алып барҙы.

Просмотров: 466 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА