Главная » 2019 » Март » 28 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы
10:14
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы

   26 март көнө мәғариф бүлегенең тамаша залында «Башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү юлдары» темаһына ойошторолған район конференцияһында 29 белем биреү учреждениеһынан 42 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының баш ҡалабыҙ Өфөлә 10 – 12 апрелдә үтәсәк I Бөтә Рәсәй съезына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән был ҙур сарала  мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин район мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса өлгәшелгән һөҙөмтәләр, төбәк-ара олимпиада һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙағы уңыштар менән бер рәтттән тел уҡытыуҙағы проблемаларға ла туҡталып китте. Коллегалары алдында сығыш яһап, Яҡупова Г.Ф. (Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбе), Садыҡова А.В. (Өмөтбай мәктәбе), Мөхәмәтшина Р.С. (Иҫке Сибай мәктәбе), Яҡшыбаева Г.И. (Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицей ) кеүек алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, телебеҙ нескәлектәрен ныҡлы өйрәтеү, фәнни-эҙләнеү эштәрендә юғары уңышҡа өлгәшеү, баланың ижади һәләтен, тормошҡа ҡараш даирәһен үҫтереү һәм һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашыу буйынса эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Үрге Таулыҡай уҡыусыларының (етәкселәре – Баййегетова Г.Т.) конференцияла ҡатнашыусыларҙы шиғри сәләмләүе барыһының да күңеленә хуш килде.

    Конференцияның  икенсе өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды, ҡарар ҡабул ителде.

    Конференцияны мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. алып барҙы.

  Уҡытыусылар, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан үткәрелгән вебинарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды һәм “Ирәндек” кинотеатрында режиссер Булат Йосоповтоң “Беренсе Республика” тарихи нәфис фильмын ҡарап таралышты.

Фотолар 

Просмотров: 471 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА