Главная » 2020 » Февраль » 24 » БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫНА АРНАЛҒАН ЭСТАФЕТА ДАУАМ ИТӘ
19:22
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫНА АРНАЛҒАН ЭСТАФЕТА ДАУАМ ИТӘ

   21 февраль көнө ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбендә «Башҡорт теле – заманса тел» исеме аҫтында үткәрелгән ҙур сараға мәғариф ветерандары, урындағы ҡоролтай ағзалары, ағинәйҙәр ҙә саҡырылғайны. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә  Зоя Космодемьянская һәйкәле янында уҡыусыларҙың сығышы менән башланды.  Мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р.В.Ишембәтов  батыр иҫтәлегенә сәскәләр һалды. 

    Саҡырылған ҡунаҡтарҙы, эстафета ҡабул итеп алырға килгән Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе делегацияһын мәктәп фойеһында милли кейемдәрҙәге балалар ихлас сәләмләүҙәр, телебеҙгә дан йырлауҙар менән  ҡаршы алды.

   Сараның программаһы бик бай ине: башланғыс класс уҡытыусылары асыҡ дәрестәр ҡараны, музейҙа экскурсияла булдылар, баттлдарҙа ауыл һәм ҡала мәктәптәренән килгән уҡыусылар төрлө предметтар буйынса блогерҙар конкурсында ҡатнаштылар. Залда  телебеҙҙе данлаған шиғырҙар,  ҡобайыр, дәртле йырҙарҙан һуң ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбе директоры М.Х.Яҡшыбаев 5-се мәктәп директоры Ф.Ф.Йылҡыбаевҡа эстафетаны тапшырҙы.

      Сәғәт 12-лә төрлө телдәрҙә туған телдәр көнөнә арналған халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Башҡорт теленән диктант тексын мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин уҡып яҙҙырҙы.

Фото

Просмотров: 428 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА