Главная » 2020 » Декабрь » 14 » 14 декабрь - Башҡорт теле көнө
19:57
14 декабрь - Башҡорт теле көнө

  Бөгөн башҡорт халҡы М.Аҡмулланың тыуған көнөн – Башҡорт теле көнөн билдәләне. Ошо мәртәбәле көндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Президиумы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылын   ябыу   тантанаһы   Баймаҡ районы мәғариф бүлегендә гөрләп үтте. Был бик әһәмиәтле сараның хөрмәтле ҡунаҡтары  - Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Фәхретдинова Ғәлиә Әҙеһәм ҡыҙы, мәғариф бүлеге методик кабинет етәксеһе Баййегетова Айгөл Уйылдан ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, балалар баҡсалары тәрбиәселәрен, уҡыусыларҙы оло байрам менән тәбрикләне. Йыл дауамында район    һәм республика күләмендә үткәрелгән  ижади конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, башҡорт теленән  республика олимпиадаһы еңеүселәре  һәм уларҙың  етәкселәре тәбрикләнде, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары  һәм Рәхмәт   хаттары тапшырылды.  Башҡорт теле йылы эстафетаһын тантаналы ябыу Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбе уҡыусылары  бәхетенә тейҙе. Балаларҙың башҡорт теле хаҡында саф башҡорт телендә яңғыраған сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Телдәре яғымлы, йөҙҙәре яҡты, һүҙҙәре һутлы ине балаларҙың.

   Башҡорт телендә йырҙар йырлап, йомаҡ ҡойоп, әкиәт тыңлап, яҡты киләсәген бәхеткә юрап үҫһен башҡорт телен мәңгелеккә бәйләр йәш быуын, тип теләргә генә ҡала.

Фото

Просмотров: 370 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА