Главная » 2018 » Декабрь » 25 » “Бабич уҡыуҙары” район фәнни-ғәмәли конференцияһы
15:11
“Бабич уҡыуҙары” район фәнни-ғәмәли конференцияһы

   21 декабрь көнө Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Бабич уҡыуҙары” район фәнни-ғәмәли конференцияһы булып үтте.

   Конференция эшендә яҡташыбыҙ шағир, яҙыусы, драматург, Яҙыусылар союзы  ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев һәм Йылайыр муниципаль районы уҡытыусылары ҡатнашты.

    Фәнни-ғәмәли конференцияның тәүге өлөшөндә “Әҙәбиәттә – Бабич образы ” исемле донъяуи кафе ойошторолдо. Модераторҙарҙың (Ишҡыуатов С.З., Ниғмәтуллина Л.У., Яҡшыбаева Г.И.), дәрестә һәм дәрестән тыш сараларҙа уҡыусыларҙы артабан да   әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһындырып, яҡташтарыбыҙ ижадын яҡынданыраҡ өйрәнеү, данлы шәхестәребеҙҙең Башҡортостан тарихында ҡалдырған эҙҙәрен асыҡлау маҡсатында фәнни-эҙләнеү эштәре алып барыу мәсьәләләре, Ш.Бабичтың Темәс һәм Таулыҡай ауылдарында йәшәп китеүе тураһындағы һорауҙарына һәр кем үҙ яуабын да бирҙе, урынлы тәҡдимдәр ҙә индерҙе.   

   Конференцияла ҡатнашыусылар, Темәс ауылы тарихты өйрәнеү музейы менән танышып, тәүге баш ҡалабыҙ тураһында бай тарихи мәғлүмәткә эйә булды.

    Пленар өлөштә Ш.Бабичтың граждандар һуғышы осоронда Баймаҡ ерлегендә йәшәүе, ижад итеүе хаҡында “Ағиҙел” журналының һуңғы һандарында донъя күргән  Наил Ғәйетбаевтың “Бабич” романы буйынса  сәхнә өҙөктәре күрһәтелде, шиғырҙар яңғыраны.

   “Бабич уҡыуҙары” район фәнни-ғәмәли конференцияһының тәүге этабында уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында ойошторолған видеояҙмалар конкурсы еңеүселәре Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Просмотров: 607 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА