Главная » 2016 » Январь » 22 » “Ауыл уҡытыусыһының художестволы оҫталығы” исемле 1 республика фестиваль - конкурсы үтте
14:08
“Ауыл уҡытыусыһының художестволы оҫталығы” исемле 1 республика фестиваль - конкурсы үтте

 16 ғинуар Өфөлә  “Ауыл уҡытыусыһының  художестволы оҫталығы” исемле 1 республика фестиваль - конкурсы үтте. Унда Йомаш мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Тимербулатова Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы менән Ғүмәр мәктәпкәсә йәштәге төркөм тәрбиәсеһе Үҙәнбаева Минзәлә Мират ҡыҙы ҡатнашты. Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр үткәрелгән был конкурс төрлө номинация: аппликация, йыр, бейеү, музыка ҡоралында уйнап,  оҫталығыңды, һәләтеңде күрһәтеүҙе үҙ эсенә алды. 160 конкурсант араһынан яҡташтарыбыҙ ҙа һынатманы: сертификат, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына саҡырыу билеты менән бүләкләнде. Шулай уҡ Минзәлә Мират ҡыҙы «Художестволы образды асыуҙа ижади ҡараш өсөн» номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Афарин, коллегалар!

Просмотров: 767 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА