Главная » 2019 » Июнь » 18 » 1-се Этҡол урта мәктәбендә Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы нигеҙендә “Ҡояшҡай» лагеры эшләп килә
07:19
1-се Этҡол урта мәктәбендә Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы нигеҙендә “Ҡояшҡай» лагеры эшләп килә

  Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбендә Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы нигеҙендә “Ҡояшҡай» лагеры эшләп килә. Лагерҙа 60 бала ял итә, һаулыҡтарын нығыта. Тәрбиәләнеүселәр өс ырыуға бүленгән: Тамъян, Бөрйән, Меңле. Һәр ырыу берҙәм, татыу, матур ял итә. Лагерҙа үткәрелеп килгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып килә. Тәрбиәселәр Хәсәнова А.А., Барлыбаева Ә.И., Дәүләтбаева Ф.Ә., Йортбәкова Г.Р., Мәхмүтова Г.А., Ғүмәрова В.З. тәрбиәләнеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар, саралар үткәрәләр. Шундай сараларҙың береһе “Мөғжизәләр яланы» уйыны булғандыр. Уйын һәр ырыуға айырым үткәрелде. Был уйындың темаһы башҡорт халыҡ кейемдәренә арналды. Йомаҡтар, ребустар сисеп, тәрбиәләнеүселәр араһынан ҡатнашыусылар һайлап алынды. Уйын барышында Гөлсинә Рәүил ҡыҙы башҡорт халыҡ кейемдәренә аңлатма биреп, тарихы менән таныштырып барҙы. Был уйында “Тамъян» ырыуынан Рашев Заһир еңеүсе булды. Тағы ла “Әлләсе» уйыны, “Рәсәй халыҡтары дуҫлығы», “Таҡмаҡтар», “Лагерь һылыуы-2019» һәм башҡа саралар тәрбиәләнеүселәр өсөн бик оҡшаны. “Ҡояшҡай” лагеры әлеге көндә лә эшен дауам итә. Балалар яңы көс-дәрт алып таралышырҙар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Просмотров: 523 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА