Главная » 2013 » Ноябрь » 22 » Встреча с народным поэтом Равилем Бикбаевым
10:48
Встреча с народным поэтом Равилем Бикбаевым

Мәғариф бүлегенең тамаша залында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рауил Төхфәт улы Бикбаев менән осрашыу булып үтте. Сара шағирҙың яҡынлашып килгән оло юбилейы – 75 йәшенә арналғайны. Унда район хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп директорҙарының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урыбаҫарҙары, әҙәбиәт һөйгән уҡыусылар, мәғариф ветерандары һәм ҡаланың төрлө ойошмаларынан вәкилдәр саҡырылғайны. Башта, Рауил Бикбаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса уҡыусылар арһында үткәрелгән район конкурсы еңеүселәре, әҙипкә үҙенең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Башҡорт теле уҡытыусылары райондың мәғарифы хеҙмәткәрҙәре исеменән шағирҙы оло юбилейы менән ҡотлап, тәбрикләү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Сараға килгән һәр кем шағирға үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен әйтергә, автографын алырға ашыҡты. Шағирҙың ҡәләмдәштәре Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин да үҙҙәренең остазы Рауил ағайға ҡарата ихтирам һүҙҙәрен шиғыр аша яңғыраттылар. Осрашыу бик йылы һәм киң аралашыу шарттарында үтте. Һуңынан, сарала ҡатнашыусылар иҫтәлеккә шағир менән фотоға төштөләр.

Фото

Просмотров: 717 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА