Главная » 2017 » Апрель » 24 » “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы
14:38
“Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы

   Быйыл “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы Ейәнсура районында үтте. Бәйгелә Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла, райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан йәш сәсәндәр ҡатнашты. Конкурс ике турҙан торҙо: 1-се турҙа бәйгесе “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләһә, 2-се турҙа 4 кешенән торған команда башҡорт ҡобайырҙарынан өҙөктө сәхнәләштерҙе.

   Шулай итеп, 1-се тур буйынса Казарбаева Гөлнара (Баймаҡ лицей-интернаты) еңеүсе булһа, артабан Йылайырҙан Мәхмүтова Гөлнәзирә менән Хәйбулланан Акимова Мәҙинә призлы урындарҙы яуланылар.

   2-се тур йомғаҡтары буйынса Күгәрсен районы командаһы еңеүсе булһа, Сибайҙар менән Баймаҡтар призерҙар тип табылды.

   Ике тур һөҙөмтәһе буйынса Баймаҡ, Күгәрсен райондары һәм Сибай ҡалаһы бәйгеселәре иң көслөләре тип асыҡланды. Улар июнь айында үтәсәк республика конкурсында ҡатнашыуға хоҡуҡ алдылар.

Просмотров: 540 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА